0%

Йондоҙҙар бейей(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йондоҙҙар бейей (шиғыр )
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Йондоҙҙар бейей


 Килсе, Яңы йыл,
 Уйнайыҡ бергә
 Сәскәле-гөллө,
 Рәхәт киң илдә.
 Их, беҙҙең шыршы,
 Ул ниндәй ҡупшы!
 Янында күмәк
 Уйнауы яҡшы.
 Йондоҙҙар бейей —
 Ал, зәңгәр уттар.
 Бейейҙәр бергә
 Уйынсыҡ аттар.
 Ҡуян, төлкө лә
 Йөрөй дыу килеп,
 Ана бер тейен
 Ултыра көлөп.
 Әйҙә, аҡ бабай,
 Һине көттөк беҙ,
 Һикереп уйнарға
 Һағынып бөттөк беҙ.
 


1988 йыл